1. Родителям
  2. Новости
  3. Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ «Тамырҙа»!

Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ «Тамырҙа»!

Ноябрь 29, 2020 Просмотров: 29

Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ «Тамырҙа»!
«Тамыр» телеканалы «Әсә йөрәге» әсәләр советы менән берлектә ойошторған «БИШЕК» конкурсында финалға «Бала башҡарған бишек йыры» номинацияһында Билалова Әминә үтһә, «Бала һәм өлкән кеше башҡарған бишек йыры» номинацияһында Байрамғолова Айһылыу өләсәһе, еңгәһе менән үтте. Сентябрь айында һайлап алыу турын үткән бәйгеселәребеҙ тураһында телевизион фильм төшөрөлдө.
Был аҙнала Айһылыу менән Әминә Өфөлә «Тамыр» телестудияһында ҡунаҡта булды. Күңелле фотосессия, интервью биреү, студияла йыр яҙҙырыу ҡыҙҙарға бик оҡшаны. Әле ҡыҙҙар «БИШЕК» конкурсының финалын көтә, улар 10 декабрь көнө Өфөлә «Бишек» исемле ҙур ғаилә байрамында Гала-концертта сығыш яһаясаҡ. Уңыштар теләйбеҙ!