1. Родителям
  2. Новости
  3. Мәктәптә – башҡорт теле һәм әҙәбиәте декадаһы

Мәктәптә – башҡорт теле һәм әҙәбиәте декадаһы

Декабрь 18, 2020 Просмотров: 14

     Башҡорт теле көнөн Әбүбәкер мәктәбе ҙур әҙерлек менән ҡаршыланы, Тел көнөнә арнап стенд булдырылды. 5-9-сы кластар интеллектуаль бәйгелә көс һынаштылар. Жюрилыҡ итеүсе класташтары Акилова Лилиә менән Әлибаева Динәгә эш ауырға тура килде, сөнки ғәҙел баһаларға ла кәрәк, класташтарҙың кәйефен дә ебәрергә ярамай. Етмәһә, һәр команда әүҙем дә, башлы ла булып сыҡты. “Башҡортостанды  беләһеңме?” темаһына викторина үткәрелде. Унда республика тарихы, данлыҡлы шәхестәре,  сәнғәт кешеләре, район тарихы буйынса һорауҙар бирелде. Уҡыусылар викторина һорауҙары аша бығаса иғтибар итмәгән ваҡиғалар тураһында белеп ҡалдылар, белемлеләр белемдәрен күрһәттеләр. Йомаҡтар ҡойошҡанда, ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап биргәндә  5-6-сы кластар үҙҙәрен Йомробаштар итеп танытты. Бигерәк тә Моталов Илнар, Билалов Саръян, Билалов Батырхан, Ғәлимов Ғәзиз, Әлибаева Динә, Сынбулатова Ләйсән яуаптарҙы тиҙ таптылар.

       Декада барышында “Иң грамоталы уҡыусы”билдәләнде. Уҡыусылар диктант яҙҙылар. Башланғыс кластарҙан Байрамғолова Айһылыу, Атанова Диана, 6-сы кластан Әлибаева Динә, 9-сы кластан Рыжова Нәркәс еңеүсе булдылар.

     Ребустар, кроссвордтар буйынса бәйгелә күп кенә уҡыусылар ҡатнашты. 5-се кластан Билалов Саръян, Моталов Илнар, 6-сы кластан Ғәлимов Ғәзиз, Әлибаева Динәнең эштәре ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс ине, уҡытыусы Зөһрә Хәсән ҡыҙы уларҙың эштәрен. дәрестә ҡулланасаҡмын тип билдәләп үтте.

      Башланғыс класс уҡыусылары  “Минең яратҡан әкиәтем” темаһы буйынса һүрәттәр төшөрҙөләр.

       14 декабрь көнө һәр класта Башҡорт теле көнөнә арналған тәрбиә сәғәттәре үтте.

      Йомғаҡлау өлөшөнә һәр класс флешмоб әҙерләһә, 2, 4 се класс уҡыусылары башҡорт теленә арнап шиғырҙар һөйләнеләр. Еңеүселәргә, әүҙем ҡатнашҡан  уҡыусыларға бүләктәр һәм татлы приздар тапшырылды. Декада эш планы буйынса бик күңелле, ойошҡанлы рәүештә фәһемле һәм файҙалы үтте.